Йәйғор
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июнь 2022, 14:01

Китапханасылар белемен арттырҙы

Китапханасы – иң ҡатмарлы, иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Халыҡтың, айырыуса йәш быуын вәкилдәренең киң эрудициялы, юғары интеллектлы, талант эйәһе булыуы бик мөһим.

Китапханасы – иң ҡатмарлы, иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Халыҡтың, айырыуса йәш быуын вәкилдәренең киң эрудициялы, юғары интеллектлы, талант эйәһе булыуы бик мөһим. Заман менән бергә атлаусы һәр мәҙәниәт өлкәһе вәкиле үҙ өҫтөндә тынғыһыҙ эшләргә, белемен методик яҡтан байытырға, уны камиллаштырырға, һөнәри кимәлен үҫтерергә бурыслы. Был йәһәттән Нуриман районы китапханасылары оло тырышлыҡ күрһәтә.

 “Мәҙәниәт” милли проект сиктәрендә “Ижади кешеләр” федераль проектында ҡатнашҡан Нуриман районының Красная Горка үҙәк китапханаһының 1 категориялы китапханасыһы Ольга Большакова  менән Һаруа ауыл китапханасыһы Вилена Ғәлимуллина Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты базаһында “Заманса китапхана:ойоштороу – идаралыҡ аспекттары” өҫтәмә һөнәри квалификация программаһы буйынса дистанцион форматта уҡыған.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: