0 °С
Болотло
Район үҙәгенән 50 саҡрымдан ашыу йыраҡлыҡта асылған модулле фельдшер - акушер пункттары тәү башлап үҙҙәренең пациенттарын ҡабул итте. "Беренсе медицина ярҙамы системаһын үҫтереү" федераль программаһына ярашлы бүленгән 6 млн һум аҡсаға заман талаптарына яуап биргән ФАП-тарҙа өр-яңы медицина ҡоролмалары ҡуйылған. Унда эшләгән тәжрибәле, мөләйем фельдшерҙар 9 ауылда йәшәгән 572 кешене хеҙмәтләндереүҙәрен яҡшы шарттарҙа дауам итте.
-Яңы булдырылған шарттар аҡ халатлыларҙың эшен дә күпкә еңеләйтер, медицина ярҙамының сифатын да арттырыр, - тигән фекерҙә үҙ эшен яратҡан фельдшерҙар Зилә Шәүәлеева, Таисия Тимербәкова.