Өфө районының Дорогин ауылында, Шакша янында, йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Проект 7,5 меңдән ашыу тауыш йыйған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Быны тормошҡа ашырыу өсөн аҡса «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә бүленгән.
Дәүләт һатып алыуҙары сайтындағы документтарға ярашлы, мартта подрядсы билдәләнә. Пикунов урамында майҙансыҡ төҙөү эштәрен башҡарыу өсөн контракттың башланғыс хаҡы — 9,43 миллион һумдан ашыу.
Участкала әүҙем ял өсөн зона булдырыу күҙаллана. Проектта йәйәү йөрөү өсөн юлдар, спорт майҙансығы, балалар ҡаласығы бар, биләмәне йәшелләндереү өсөн ылыҫлы ағастар ултыртыу ҡаралған.