Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Март 2023, 16:53

Хәүефле ярыҡ

Ғәҙәттән тыш хәл булмаһын өсөн төҙөүселәр объекттың каркасын нығытыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй

Хәүефле ярыҡ
Хәүефле ярыҡ

Баш федераль инспектор Алексей Касьянов Благовещен ҡала быуаһын  барып күрҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Экология» милли проекты сиктәрендә 2020 йылда уны экологик реабилитациялау башланды.  Белгестәр ике саҡрым самаһы быуаны таҙартты. Алексей Касьянов һыу ятҡылығы алдындағы майҙансыҡҡа барҙы. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Завгородний башҡарылған эш тураһында һөйләне. Әммә хәҙер, уның һүҙҙәренсә, быуаның плотинаһында ярыҡ табылған, ә был ташҡын мәлендә эргәлә урынлашҡан йорттарҙы һыу баҫыуға килтерәсәк. Ғәҙәттән тыш хәл булмаһын өсөн төҙөүселәр объекттың каркасын нығытыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ҡала хакимиәте быуаны ремонтлау буйынса проект документацияһын әҙерләүгә һәм экспертизаға контракт төҙөй.

Шулай уҡ Алексей Касьянов Совет урамы буйлап үтә. Ул реконструкцияланған паркты ла ҡараны.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: