Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов Благовещен ҡалаһына эш сәфәре менән килде. Ул ҡала быуаһында һәм психоневрология интернатында булды.
Алексей Касьянов район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары Олег Голов һәм Сергей Завгородний менән берлектә Благовещен психоневрология интернатын барып күрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Демография» милли проекты сиктәрендә бында 60 урынлыҡ заманса йоҡо корпусы төҙөлә. Былтырғы йыл башында башланған төҙөлөш эштәре әлеге мәлдә тамамланыу хәлендә. Баш федераль инспектор палаталарҙы, ашхананы, тамаша залын ҡараны, төҙөүселәр һәм медицина персоналы менән аралашты. Дауалау учреждениеһы кәрәкле техника һәм мебель, видеокүҙәтеү, янғын һүндереү системаһы менән йыһазландырылған. Пациенттар йөрөү өсөн корпус тирәһендәге ете гектар территория ла төҙөкләндерелә.
"Был бөтә төбәк өсөн мөһим объект. Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Анатольевич.
Учреждение директоры Айҙар Әйүпов һөйләүенсә, яңы бүлексә төҙөлөү арҡаһында интернатҡа сират кәмейәсәк, ә бында даими нигеҙҙә булғандар һаны 400-гә тиклем артасаҡ. Хәҙер бүлекте хеҙмәтләндереү өсөн өҫтәмә персонал туплайбыҙ. Был да пациенттарға иғтибарлыраҡ булырға ярҙам итәсәк. Беҙҙең учреждениеға нигеҙ һалынғандан алып, ә был 1936 йыл, уның төп эш концепцияһы булып кешеләрҙең уңайлы һәм бәхетле тормошо тора», - тине Айҙар Айрат улы Әйүпов.