Благовещен психоневрология интернатында өлкән йәштәге граждандар өсөн 60 урынлыҡ яңы корпус төҙөү эштәре 2022 йылдың ғинуарында башланғайны. Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен районы буйлап эш сәфәре барышында башҡарылған эштәр менән танышты.
Интернат директоры Айҙар Әйүпов һөйләүенсә, яңы корпустағы беренсе ҡат ҡыйынлыҡ менән йөрөгән граждандарҙы урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән, бүлмәләрҙә 24 кеше йәшәй ала. Икенсе ҡатта 36 оло кеше өсөн урын бар. Бинаның майҙаны – 2 мең квадрат метр.
«Беҙ оло йәштәгеләр өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға тырыштыҡ, беренсе ҡаттағы һәр бүлмәнән урамға һәм парк зонаһына сығыу урыны бар. Һәр блокта буфет эшләй, унда ашхананан ҡайнар аш килтерәләр. Гимнастика залын асабыҙ», – тип билдәләне интернат директоры.
Ололарҙы бөтә уңайлыҡтары булған ике һәм өс урынлы палаталарға урынлаштыралар. 2020 йылда ҡабул ителгән СанПинға ярашлы, бындай интернаттарҙағы бүлмәләрҙә өс кеше йәшәргә тейеш.
Хәүефһеҙлек өсөн һәр бүлмә персоналды саҡырыу төймәһе һәм видеокүҙәтеү камераһы менән йыһазландырылған.
Шулай уҡ медицина реабилитацияһы, хеҙмәт терапияһы өсөн бүлмәләр ҡаралған, тренажер залы бар. Бөтә ерҙә лә һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн шарттар булдырылған, атап әйткәндә, ингән ерҙә ике электр пандусы һәм биш лифт. Психоневрологик интернат эргәһендә ботаника баҡсаһылай парк эшләргә йыйыналар.
Благовещен интернаты тотош республиканан 400 кешене ҡабул итә ала. Яңы корпус төҙөлөшө «Демография» милли проекты сиктәрендә алып барылған. Проекттың хаҡы 408 миллион һум тәшкил иткән, шуның 381 миллионы – федераль аҡса.
Интернатта деменция сире асыҡланған ололарҙы реабилитациялау менән шөғөлләнәләр. Улар өсөн хеҙмәт терапияһы, физкультура һәм ижад менән шөғөлләнеү, саф һауала йөрөү ойошторолған.
Республика етәксеһе интернаттың тағы бер корпусында булды һәм унда пациенттар, социаль учреждениела йәшәүселәр менән аралашты.
«Бында иң яҡланмаған кешеләр йәшәй, һис шикһеҙ, улар беҙҙең ярҙамға һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттарға мохтаж»,– тип билдәләне Радий Хәбиров.