Техника «Экология» милли проекты һәм «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә һатып алынған.
«Урман — Башҡортостандың төп байлыҡтарының береһе. Шул иҫәптән экологик, мәҙәни байлыҡ. Урманды һаҡлау өсөн бергәләп күп эштәр башҡарабыҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙ урман янғындарынан яфа сигәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта урман янғыны хеҙмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көсө менән ҙур зыян килтереүгә юл ҡуймайбыҙ. Шуның өсөн ҙур рәхмәт. Быйыл да, ҡатмарлы һауа шарттарына — яҙҙың иртә килеүенә һәм яуым-төшөмдөң аҙ булыуына ҡарамаҫтан, бергәләп урманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырбыҙ тип ышанам. Һеҙҙе техника менән тәьмин итеү өсөн күп эшләйбеҙ. Артабан да урман янғындарын иҫкәртеү хеҙмәтенең матди базаһын һәм һеҙҙең хеҙмәт шарттарын яҡшыртырбыҙ», — тине Радий Хәбиров, урмансыларға мөрәжәғәт итеп.
Асҡыстарҙы тапшырғандан һуң республика етәксеһе техниканы ҡараны, уның характеристикалары менән ҡыҙыҡһынды.