Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Май 2023, 11:32

Интернет технологиялар ярҙамында - концерт

Благовещен ҡалаһының мәҙәниәт үҫеше үҙәгендә ҙур ваҡиға - ҡаланың виртуаль концерт залын асыу тантанаһы үтте.

Интернет технологиялар ярҙамында - концерт
Интернет технологиялар ярҙамында - концерт

Благовещен ҡалаһының мәҙәниәт үҫеше үҙәгендә ҙур ваҡиға - ҡаланың виртуаль концерт залын асыу тантанаһы үтте.

Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залы – Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығының 2014 йылда уҡ башланған һәм бөтә ил буйынса «асыҡ мәҙәни киңлек» булдырыуға йүнәлтелгән проекты. Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залы - ул онлайн-трансляцияларҙың тотош системаһы, классик музыканы яратыусылар һәм фанаттар өсөн үҙенсәлекле фан-зона. 

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министры урынбаҫарының статс-сәркәтибе Н.А. Преподобная Башҡортостан Республикаһының Благовещен ҡалаһында виртуаль концерт залын асыу тантанаһын ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға сәләмләү хатында былай тип һыҙыҡ өҫтөнә алды: «...«Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында ҡаланан ситкә йөрөмәйенсә, иң яҡшы концерттарҙы ҡарау, бөйөк башҡарыусыларҙың музыкаһынан ләззәт алыу һәм илдең ҙур музыкаль ваҡиғаларында ҡатнашыу өсөн уникаль мөмкинлек барлыҡҡа килде».

Барса йыйылған ҡунаҡтар алдында Башҡортостан Республикаһының мәҙәни тормошонда виртуаль концерт залының мөһимлеге хаҡында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының һөнәри сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Зинур Фәрит улы Сөләймәнов хәбәр итте. Был сараны асыу тантанаһының биҙәге булған йәш артистар тамашасыларға үҙҙәренең вокаль номерҙарын күрһәтте. Дмитрий Бикбов, Антон Шабаев һәм Юлия Фукалованың сығыштары барыһына ла  оҡшаны.  

Шулай итеп, ҡалабыҙҙың мәҙәни тормошонда яңы биткә старт бирелде! Виртуаль концерт залына беренсе булып ҡаланың М.Киняшов исемендәге 6-сы мәктәп уҡыусылары килде. Интернет технологиялар ярҙамында улар Белгород дәүләт филармонияһының симфоник концертында ҡатнашты. Благовещен ҡалаһының мәҙәниәт үҫеше үҙәгендәге виртуаль концерт залының баһаламалар китабында күрһәтелгәнсә, иҫ киткес музыка менән осрашыу тыңлаусыларҙың йөрәгендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: