Йәйғор
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июль 2023, 15:47

Уңайлы, төҙөк юлдар аша

1 июлдән Благовещен ҡалаһының Рәсәй урамындағы юлға күптән көтөлгән ремонт башланды. Уны 30 июлгә тамамлау планлаштырыла. Башҡортостан Республикаһының транспорт министрлығы 460 метр оҙонлоҡтағы юлды ремонтлауға өс миллион һумдан ашыу субсидия бүлде.

 - Психоневрология интернатының яңы корпусын төҙөгән саҡта юлдың был участкаһы ҙур йөк машиналары менән емерелде, әлбиттә, уны тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителде, - тип һөйләне район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Вадим Фәтхетдинов. Бөтә эштәр план буйынса алып барыла, һауа торошо боҙолмаһа, эштәр дауам ителәсәк, подрядсыға ла зарланмайбыҙ, Рәсәй, Сосновая урамдары халҡы яңы, уңайлы юлдар буйлап йөрөй аласаҡ.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, техник күҙәтеү хеҙмәттәре асфальт ҡатнашмаһын һалыу технологияларының үтәлешен һәм ҡулланылған материалдарҙың сифатын күҙәтә. Вадим Рәмдиз улы һүҙҙәренсә, эштәр тамамланғандан һуң тейешле органдар һыуҙы ағыҙыуҙы тәьмин итеү өсөн һалынған майҙанды, күләмдәрҙе, ауышлыҡтарҙы тикшерәсәк. Ошонан һуң ғына юлдарҙы ҡабул итеү актына ҡул ҡуйыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә ҡаланың Седов урамында тротуарҙы ремонтлау башланды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: