Өфө районының спорт мәктәбе яңы спорт ҡорамалдары менән тәъмин ителәсәк.
«Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» федераль проекты сиктәрендә Рәсәйҙә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырыла: заманса спорт объекттары, ГТО майҙансыҡтары төҙөлә, ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алына.
Спорттың төп төрҙәре буйынса Өфө районы спорт мәктәбенең 54 тәрбиәләнеүсеһе Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы йыйылма командалары составына индерелгәнлектән, был мәктәптә ошо федераль проектта ҡатнаша. Был проект сиктәрендә район спорт мәктәбенә йыл һайын спорт инвентары, экипировкаһы һәм яңы ҡорамалдар һатып алына. Былар барыһы ла спортсыларға уңайлы шарттар тыуҙырыуға һәм районда артабан да спорт төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Буран ҡаргиҙәрен һәм Михайловка ауылының саңғы трассаһын һалыу өсөн аҫылмалы ҡорамалдар һатып алыу ҙур әһәмиәткә эйә. Быға тиклем төрлө рельефлы һәм максималь түңәрәге 5 саҡрым булған саңғы трассаһын спринтер ярыштарын үткәреү өсөн ҡул менән ҡырҡыу проблемаһы була. Ҡаргиҙәр ҙә етди ремонт талап итә. Малайҙарға күнекмәләр өсөн саңғы юлын үҙҙәренә тапарға, һәр ҡар яуғандан һуң барыһын да яңынан эшләргә тура килә. Урындағы халыҡ, спорт мәктәбе тренеры Андрей Матвеев, уның тәрбиәләнеүселәренең энтузиазмы һәм ярҙамсыллығы арҡаһында трасса күнекмәләр өсөн яраҡлы була. Булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, был трассала бер нисә быуын саңғысылар үҫеп сығып, үҙ өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән. Улар араһынан Максим Чудов та өс тапҡыр донъя чемпионы, Ванкуверҙа Олимпия уйындарының бронза призеры. Ул тап Михайловка ауылы трассаһында күнекмәләр үткәрә.
Спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ҡаргиҙәр һатып алғандан һуң, күнекмәләр кимәле һәм ярыштарҙың һөҙөмтәлелеге бер нисә тапҡырға артасаҡ, тип ышана. Ҡаргиҙәр яңы олимпия йондоҙҙары үҫәсәк яңы трассалар һалырға ярҙам итер һәм районда йәшәүсе йөҙҙәрсә кешенең эш, ял көндәрен әүҙем үткәрәсәгенә лә мөмкинлек бирер!