Благовещен үҙәк район дауаханаһына яңы кадрҙар килә. Районда эш башлаған йәш белгестәргә «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм, әлбиттә, муниципаль программалар ярҙам итә. Тахмина Гәрәева менән Әмил Мансимов беҙгә Өфөнән килгән. Тахмина Аббас ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина университетының «дауалау эше» йүнәлешен тамамлаған. Артабан ординатура программалары буйынса уҡыуын дауам итеп, офтальмология буйынса диплом алған һәм Өфөләге 21-се дауаханала хеҙмәт юлын башлап ебәргән. Өйләнешкән йәштәр яңы урында яңы тормош башларға ҡарар иткән.
Табип-терапевт Әмил Әғил оглы кешеләрҙе дауалап ҡына ҡалмай, уҡыуын да дауам итә. Быйыл ул хирург дипломын аласаҡ.
- Ирем менән Благовещенға күсергә хәл иттек, өҫтәүенә, был ҡаланан Өфөгә тиклем йыраҡ та түгел. Беҙгә, йәш белгестәргә, эш урынынан торлаҡ бүлделәр, тиҙҙән муниципаль программа ярҙамында торлаҡ майҙанын һатып алырға планлаштырабыҙ, - ти табип-офтальмолог. - Бындай ҙур булмаған ҡалала йәш ғаиләләр өсөн бик күп өҫтөнлөктәр бар. Кәрәкле инфраструктура - балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, магазиндар, түңәрәктәр һәм балалар өсөн студиялар. Бында беҙ икебеҙ ҙә талап ителгән белгестәр.
Яңыраҡ район дауаханаһы белгестәрен хирург һәм рентгенолог Рөстәм Кузин һәм паллиатив медицина ярҙамы буйынса табип Артур Князев тулыландырҙы. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында бөтәһе 13 табип һәм 9 шәфҡәт туташы бында эшкә килгән.
-«Земство табибы» федераль программаһы сиктәрендә һуңғы биш йылда үҙәк район дауаханаһына 19 табип-белгес, «Ауыл фельдшеры» программаһы сиктәрендә 5 белгес килде. Благовещен үҙәк район дауаханаһы Рәсәй медицина вуздарына уҡырға инеү өсөн абитуриенттарға маҡсатлы йүнәлтмә бирә. Быйыл ғына 50-гә яҡын буласаҡ доктор килешеү төҙөнө. Улар Мәскәү, Өфө, Ырымбур һәм Ижевск ҡалаларының медицина юғары уҡыу йорттарын һайлаған. Әйткәндәй, былтыр 33 кеше генә маҡсатлы йүнәлтмә алды. Әлеге ваҡытта 56-нан ашыу кеше Башҡорт дәүләт медицина университетында район дауаханаһы йүнәлтмәһе буйынса белем ала. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң йәш белгестәр килешеүгә ҡул ҡуйған учреждениела эшләйәсәк. Бындай килешеүҙең төп асылы шунда: студенттар юғары уҡыу йортонда бюджет нигеҙендә уҡый, һуңынан эш эҙләүгә ваҡыт сарыф итмәй. Бынан тыш, медицина колледждарында уҡырға теләгәндәргә лә йүнәлтмә бирәбеҙ. Тиҙҙән беҙҙең дауаханаға ультратауышлы тикшереү табибы, офтальмолог, анестезиолог кеүек йәш белгестәр ҡайтасаҡ, - тип һөйләне үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас.
Медицина йыһазландырыуына килгәндә, ул «Һаулыҡ һаҡлау» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә ярайһы уҡ яңырған.