Йәйғор
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Август , 14:39

Түбәнге Ләмәҙҙә – яңы ФАП

Шуны ла өҫтәргә кәрәк, быйыл Иглин районында дүрт медицина учреждениеһы – Охлебинин табип амбулаторияһы, Кәлтә һәм Урман дөйөм практика табибы офистары асылды

Медицина учреждениеһын «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проектының «Башҡортостан Республикаһында беренсел звеноны яңыртыу» проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә асыу мөмкин булды.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән беҙҙең районда инфраструктура яҡшыра, – тине сарала ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова. – Бөгөн беҙ яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асабыҙ. Был беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Мин һәр кемдең һау-сәләмәт булыуын теләйем.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ирина Карамова үҙ сығышында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының мөһимлеген билдәләне.

– Был милли проект сиктәрендә ФАП һәм дөйөм практика табибы офистары төҙөлә, – тине Ирина Марсил ҡыҙы. – Беҙ әүҙем тормошҡа һәм сәләмәт оҙон ғүмерлелеккә ынтылабыҙ. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йыл тәшкил итә. Бер нисә йылдан республикала уртаса йәш 78 йәшкә етергә тейеш.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ике ауыл халҡы квалификациялы медицина ярҙамы аласаҡ. Бөтә уңайлыҡтары булған бинала прививкалар үткәреү, процедура, акушерҙар, ҡабул итеү бүлмәләре бар. Бөтә процедураларҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 40 йыл эшләгән, 2006 йылдан мөдир вазифаһын башҡарған Венера Исмәғилева үткәрә. 

– Мин Манатау һәм Түбәнге Ләмәҙ халҡын хеҙмәтләндерәм. Был ауылдарҙа 500-гә яҡын кеше йәшәй, шуларҙың 120-һе балалар. Хәҙер пациенттарҙы яңы бинала ҡабул итеүемә бик шатланам, - ти В. Исмәғилева.

Түбәнге Ләмәҙ ауылында яңы ФАП асылыуы халыҡты айырыуса ҡыуандырҙы. Элек уларға һаулыҡ менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Иглин поликлиникаһына барырға тура килгән.

– Беҙ был көндө оҙаҡ көттөк. Ниһайәт, беҙҙең фельдшер йылы, яҡты һәм иркен яңы бинала эшләй башланы. Ауыл халҡы исеменән бөтә етәкселәргә, беҙҙең хаҡта хәстәрлек күргәндәргә рәхмәт белдерәм, – тине Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Хөмәйрә Зинурова.

Шуны ла өҫтәргә кәрәк, быйыл Иглин районында дүрт медицина учреждениеһы – Охлебинин табип амбулаторияһы, Кәлтә һәм Урман дөйөм практика табибы офистары асылды. Шулай уҡ Надеждин фельдшер-акушерлыҡ пункты, Таутөмән һәм Сыуаш-Ҡобау ауылдарында табип амбулаториялары ла үҙ ишектәрен асырға әҙерләнә.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: