Йәйғор
+10 °С
Ясна
Милли проекттар
30 Октябрь 2024, 07:35

Башҡортостанда Салауатҡа илткән юл участкаһы төҙөкләндерелде

Быйыл республикала милли проект сиктәрендә 61 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлау планлаштырыла

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда Салауатҡа илткән юл участкаһы төҙөкләндерелдеБашҡортостанда Салауатҡа илткән юл участкаһы төҙөкләндерелде
Башҡортостанда Салауатҡа илткән юл участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ – Салауат юлында эштәр тамамланды. Стәрлетамаҡ – Салауат –Ишембай киҫелешенән алып Салауатҡа илткән 1,4 саҡрым юл участкаһында асфальт-бетон алмаштырылған, юл ситтәре нығытылған һәм билдәләр һыҙылған. Яҡын арала участка файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

– Стәрлетамаҡ – Салауат трассаһы – мөһим транспорт артерияһы. Был юл эре сәнәғәт үҙәктәре араһында транспорт бәйләнешен булдыра. Көн һайын унан меңләгән автомобиль үтеп китә. Шуға күрә ошо юлды тәртиптә тоторға тырышабыҙ, –  тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Быйыл республикала милли проект сиктәрендә 61 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлау планлаштырыла. Мәҫәлән, Магнитогорск –  Ира юлында ла ремонт эштәре бара.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас