Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү тураһында шиғырҙар

Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәрҙең 130 - ҙан ашып китеүе шатлыҡлы күренеш

Нуриман районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто башланғысы менән Бөйөк Еңеүгә арналған “Еңеү тураһында шиғырҙар” исемле видеороликтар бәйгеһе үткәрелде.

Конкурстың маҡсаты – балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиләү, данлы тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә ынтылыш тыуҙырыу, ветерандарыбыҙға ҡарата ихтирам уятыу.

Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәрҙең 130 - ҙан ашып китеүе шатлыҡлы күренеш. Улар алты төркөмгә бүленеп көс һынашты: мәктәпкәсә йәштәге балалар, 1 – 4 класс, 5 – 8 класс, 9 – 11 класс уҡыусылары, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандар.

Абруйлы баһалама ағзалары видеороликтарҙы ентекләп өйрәнгәндән һуң төркөмдәр араһында түбәндәге бәйгеселәрҙе еңеүсе тип таныны:

Мария Ляушина ( мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында), Дарья Әхтәмйәнова ( 1 - 4 класс), Ғәлимов Адис ( 5 – 8 класс), Ғүмәрова Алина ( 9 – 11 класс), Нурмиева Эльвира (мәғариф хеҙмәткәре), Рәхмәтуллина Гөлсөм (ветеран уҡытыусы). Тамашасылар һөйөүен яулаған бәйгеселәр араһында Әмир Арыҫланов, Алан Ҡәнзәфәров, Ирина Дәүләтова, Шамил Шаһимәрҙәнов һәм башҡа конкурсанттарҙы билдәләп үтергә була.

Еңеүселәргә, призлы урын алыусыларға һәм тамашасы һөйөүен яулаусыларға бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Ринат Биктимиров, Нуриман районы.

Читайте нас: