Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Батырлыҡ бер ҡасан да онотолмай

Һуғыш башланғанда Дәүләкән һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөгән Ҡорбанғәли Вәликәевты Уральский хәрби училищеһына уҡырға ебәрәләр

Совет халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгәндә, 1985 йылда үҙ хужаһын таба ла инде, I дәрәжә Ватан һуғышы Ордены. Сталинград өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн, Иҫке Ябалаҡлы ауылында тыуып-үҫкән Ҡорбанғәли Вәликәев наградлана.

Һуғыш башланғанда Дәүләкән һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөгән үҫмер егетте Уральский хәрби училищеһына уҡырға ебәрәләр. Ә 1942 йылдың ғинуарында, 19 йәше лә тулып өлгөрмәгән курсант Сталинград өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. 27-се гвардия дивизияһының, 89-сы уҡсылар полкының,танкка ҡаршы ротаһында уҡсы булып хеҙмәт итә Ҡорбанғәли Тимерғәли улы. 1943 йылдың майында башы ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Яралары төҙәлгәс тә, һалдат тыуған яҡтарына юл тота. Һалдат күкрәген «За оборону Сталинграда», Гвардия значогы биҙәй ул саҡта, тик бына I дәрәжә Ватан һуғышы ордены 42 йылдан һуң ғына уның күкрәгендә балҡый.

Һуғыш тамамланғас, күрше ауыл ҡыҙы Мәхмүҙә Килмөхәмәт ҡыҙы менән тормош ҡороп, 6 улдарына ғүмер бүләк итә улар. Улдарының иң кесеһе Салауат атай нигеҙен һыуытмай, ауыл халҡын иманға өндәп, «Сәләм» мәсетендә имам-хатиб вазифаһын үтәй,атай – олатайҙар рухына аяттар уҡый.

Яугир атай-олатайҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлектәрен киләсәк быуындарыбыҙға ла еткереү беҙҙең бурыс тип иҫәпләйем. Ишеткән-белгәндәрҙе яҙып,уларға һөйләп ҡалдырайыҡ.

Айгөл Шаймөхәмәтова,

Шишмә районы.

Читайте нас: