Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Батырлығы мәңгелек!

Йәшләй генә үлеп, тормоштоң тәмен дә татып ҡарамаған Мамалим бабайҙы яҡындары әле лә ғорурланып иҫкә ала

Архангел районының Аҙау ауылында Фәтҡулла һәм Зөбәйҙә Әбдрәхимовтарҙың күп балалы ғаиләһендә баш бала булып улдары Мамалим тыуған.

Һеңлеләренә өлгөлө ағай була белгән Мамалим мәктәптә тиҫтерҙәренә лә, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына саҡырылғас, төрлө яҡтан килгән яуҙаштарына ла өлгөлө, ышаныслы иптәш була белә. Яу яландарында разведчик булып хеҙмәт иткән бабайым туғандарын ҡара ҡайғыларға һалып, 19 йәшендә, типһә тимер өҙөрҙәй сағында һәләк була. Смоленск өлкәһе Бельский районының Пушкари ауылы эргәһендәге урман буйында ерләнеүен хәбәр иткән ҡара ҡағыҙ 1943 йылда ауылға килә.
Һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған, яу яландарында беҙҙең тыныс тормош өсөн башын һалған бабайым ғүмер буйы туғандарының күңелендә йәшәне. Йәшләй генә үлеп, тормоштоң тәмен дә татып ҡарамаған бабайымды хәҙер беҙ ҙә иҫләйбеҙ, рухына арнап ҡөрьән аяттары уҡытабыҙ.
Мамалим Фәтҡулла улының батырлығы мәңгелек!

Лира Батыргәрәева, Благовещен ҡалаһы.

Читайте нас: