Йәйғор
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү һалдаттары мәңге йәшәр

Еңеүҙең һәр сәғәтен, һәр көнөн фронтта, тылда үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән яҡынайтҡан ҡәҙерле кешеләребеҙҙе илебеҙ онотмаһын, улар менән килер быуындарыбыҙ ғорурланһын

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандары булған атайым Миңлебай Ғәлим улы һәм әсәйем Суфия Сәлим ҡыҙы Юламановтарҙы ла хәтергә төшөрөп үтәһем килә.

Институтты тамамларға ла өлгөрмәй, атайымды һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтҡа алалар. Карелия, Киев, Варшава ҡалаларын азат итеп, йәш лейтенант үҙе командовать иткән взводы менән Германия еренә саҡлы барып етә. Яралана, яңынан һуғышҡа китә, Еңеү көнөн Берлинда ҡаршылай. Тыуған яҡтарына ул 1946 йылда ғына ҡайта. Ҡайтып төшөү менән һалдат ең һыҙғанып мәктәп эшенә сума, емерек хәлгә килгән уның бинаһын, ауыл халҡы ярҙамында төҙәтеп, тирә-яҡ ауылдарҙан уҡыусылар йыйып эш башлай. Шул дәүерҙә осрата ла инде ул беҙҙең әсәйебеҙ – Суфия Сәлим ҡыҙын, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылы һылыуын. Улар матур, татыу ғүмер кисерҙеләр, беҙгә биш балаһына ғүмер буйы һәр яҡлап өлгө булды. Бер-береһенә тоғро булып, бәхетле йәшәне улар был донъяла.Аҡҡош мөхәббәтенә оҡшаш булды уларҙың бер – береһенә булған яратыуы. Бер - бер артлы баҡыйлыҡҡа ла күстеләр.

Еңеүҙең һәр сәғәтен, һәр көнөн фронтта, тылда үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән яҡынайтҡан ҡәҙерле кешеләребеҙҙе илебеҙ онотмаһын, улар менән килер быуындарыбыҙ ғорурланһын.

Нурия Юламанова-Ғилманова,

Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылы

Читайте нас: