Паркты асыу тантанаһы бөгөн байрам иртәһендә үтте. Коронавирус инфекцияһы пандемияһы сәбәпле бөтә хәүефһеҙлек саралары ла үтәлде. Азат итеүсе яугир һәйкәленә сәскәләрҙе район хакимиәте башлығы Николай Самойленко, район Советы рәйесе Жанна Карунас, райондың ветерандар советы вәкилдәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары һалды. Николай Самойленко паркты асыу уңайынан үткәрелгән митингта үҙизоляция режимы тамамланғас, парҡты рәсми асыу тантанаһы буласаҡ, тине. Иглин районынан Бөйөк Ватан һуғышына ун биш меңдән ашыу кеше китә, шуларҙың яртыһы яу яландарында ятып ҡала. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән ете батырға Советтар Союзы Геройы һәм Рәсәй Геройы исемдәре бирелә. Улар иҫтәлегенә Еңеү паркында бюсттар ҡуйылған. Сирина Фәррәхова., Иглин районы.