Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәбәрһеҙ юғалғандарға

Рәхмәт инде түрәләргәАуылдарға таҡта-таштар ҡуйҙылар,Һуғышҡа киткәндәрҙеңИсемдәрен яҙҙылар, хәтерҙе яңырттылар.Һис онотолмай хәтерҙәләрХәбәрһеҙ юғалғандар.Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың балаларыАтай, тиеп әйтер өсөн аталарын көттөләр.Ҡайтманы аталары,Хәбәрһеҙ юғалдылар.Атай, тиеп әйтәлмәйсә75-кә, 80 йәшкә еттеләр.Аталарын көтһәләр ҙәҠартайышып бөттөләр.Әле һаман көтәләр,Хәбәрҙәре килер тиеп, һаман өмөт итәләр.Беҙ һуғыш балалары,Беҙгә һуғыш кәрәкмәй,Эшләп-ашап рәхәт йәшәйекГүзәл Башҡортостанда.Хөсәйенова Фәнүзә Сөләйман ҡыҙы,Шишмә районы, Суҡраҡлы ауылы

Рәхмәт инде түрәләргә

Ауылдарға таҡта-таштар ҡуйҙылар,

Һуғышҡа киткәндәрҙең

Исемдәрен яҙҙылар, хәтерҙе яңырттылар.

Һис онотолмай хәтерҙәләр

Хәбәрһеҙ юғалғандар.

Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың балалары

Атай, тиеп әйтер өсөн аталарын көттөләр.

Ҡайтманы аталары,

Хәбәрһеҙ юғалдылар.

Атай, тиеп әйтәлмәйсә

75-кә, 80 йәшкә еттеләр.

Аталарын көтһәләр ҙә

Ҡартайышып бөттөләр.

Әле һаман көтәләр,

Хәбәрҙәре килер тиеп, һаман өмөт итәләр.

Беҙ һуғыш балалары,

Беҙгә һуғыш кәрәкмәй,

Эшләп-ашап рәхәт йәшәйек

Гүзәл Башҡортостанда.

Хөсәйенова Фәнүзә Сөләйман ҡыҙы,

Шишмә районы, Суҡраҡлы ауылы

Читайте нас: