Район мәҙәниәт йорто Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығына арналған шиғыр, йыр, һүрәт бәйгеләре ойошторҙо. Ҡатмарлы эпидемиологик хәл сәбәпле улар бөтәһе лә онлайн-форматта үтте. "Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай" нәфис һүҙ яратыусылар видеоконкурсында 170 кеше ҡатнашты. Бәйгенең маҡсаты – ватансылыҡ хисе, тыуған еребеҙҙең тарихи үткәненә һәм ил һаҡсыларының үлемһеҙ батырлығына хөрмәт тәрбиәләү. Ижади бәйгелә төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашты. Конкурсанттар үҙҙәренең сығыштарын видеотаҫмаға төшөрөп ойоштороусыларҙың электрон почтаһына ебәрҙе. Иң йәш ҡатнашыусыларға - биш йәш. Уларҙың береһе –Иглин ауылынан Анастасия Зөлҡәрнәева. Ҡыҙ А. Усачевтың «Нимә ул Еңеү көнө?» шиғырын уҡыны. Уның сығышы социаль селтәрҙәрҙә бик күп ҡарау йыйҙы. Еңеү көнө алдынан конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Иң яҡшы номерҙар туғыҙынсы майҙа район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда яңғыраны. - Һуғыш хаҡындағы шиғырҙар һәр кемдең күңелендә үҙ эҙен ҡалдырҙы, - ти конкурсты ойоштороусы Гөлшат Ибәтова.- Иң мөһиме, һуғыш бары тик шиғыр, һүрәт, йырҙарҙа ғына ҡалһын һәм бер ҡасан да ҡабатланмаһын. Сирина Фәррәхова, Иглин районы