Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Берҙәм шишмәләр - Еңеү байрамында

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, яҡташтарының исемен мәңгеләштереүгә тос өлөшөн индергән шишмәләр "Минутлыҡ тынлыҡ", "Хәтер майшәме", "Ихата менән йырлайбыҙ" Бөтә Рәсәй сараларына әүҙем ҡушылды

Шишмә районы хакимиәте етәкселеге райондың ауыл хакимиәттәре, ойошма - предприятие етәкселәре, барса йәмәғәтселек менән берлектә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашты. Яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал, обелиск, һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды, һуғыш ваҡытындағы йырҙар яңғыраны, үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре - ирекмәндәр хәрәкәте лә күп саралар уртаһында ҡайнаны. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, яҡташтарының исемен мәңгеләштереүгә тос өлөшөн индергән шишмәләр "Минутлыҡ тынлыҡ", "Хәтер майшәме", "Ихата менән йырлайбыҙ" Бөтә Рәсәй сараларына ла әүҙем ҡушылды. Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: