Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар үҙәгендә - ветерандар

Райондың тыл хеҙмәтсәндәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы

Өфө районының Николаевка ауылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған төп сара ойошторолдо. Йыл да бер ауыл хакимиәтендә үткән был Бөйөк байрамдың тап Николаевкала уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Йыл дауамында был датаға ныҡлы әҙерлек алып барған район етәкселеге "Ҡала мөхите" программаһы нигеҙендә ауылдағы ял паркын тергеҙеп, төҙөкләндерҙе, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүсе яугирҙарға обелиск ҡуйылды. Тап ошо көндә яугирҙар иҫтәлегенә арналған байрам саралары уҙҙы, йыр - моң яңғыраны, обелискка сәскә гөлләмәләре һалынды. Эпидемия осоронда бүтәнсәрәк уҙған юбилей көнөндә дүрт һуғыш ветераны - Ольга Пиксаеваға, Сергей Оловянниковҡа, Леонид Левҡа, Михаил Сусловҡа оло иғтибар, бүләктәр, аҙыҡ - түлек йыйылмаһы тапшырылды. Райондың тыл хеҙмәтсәндәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ирекмәндәр, ауыл хакимиәте башлыҡтары тарафынан райондың һәр тыл хеҙмәтсәне үҙенең исеменә ҡотлау һүҙҙәре, бүләктәр алды. Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: