Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ветеранға уңайлы йорт

Иғтибарға, хәстәрлеккә лайыҡ быуын

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған быйылғы йылда Өфө районы етәкселеге тарафынан районда йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына оло иғтибар бүленә.
Булгаков ауылынан булған Михаил Васильевич Сусловтың йортоноң ҡыйығын йүнәткән ауыл хакимиәте, былтыр уның тәҙрәләрен дә пластикка алмаштырғайны. Быйыл иһә район хакимиәте бюджеттан тыш аҡсаға ветерандың йортон йылытып, сайдинг менән көпләткән, тимер ишек ҡуйҙыртҡан, иҙәнде яңыртып, ванна бүлмәһен йүнәтеп, сантехникаһын да яңыртҡан. Ветерандар батырлығына рәхмәтле булған, үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре - Булгаков лицейы кадеттары йортто уратҡан ҡоймаларҙы ла буяған.
Хәстәрлеккә, ярҙамға мохтаж Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Васильевич Суслов үҙенә күрһәтелгән иғтибарҙан бик ҡәнәғәт ҡалды.

Лира Батыргәрәева

Читайте нас: