Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар дауам итә. Күптән түгел «Окоптарҙа тыуған» фронт йырҙары район конкурсына йомғаҡ яһалды. Коронавирус инфекцияһының таралыу ҡурҡынысы сәбәпле ижади бәйге онлайн режимда үтте.
Конкурсҡа бөтәһе 34 заявка бирелде. Ҡатнашыусыларҙың йәше – етенән 70-кә тиклем. Конкурсанттар үҙҙәренең сығыштарын видеоға төшөрөп ойоштороусыларға ебәрҙе.
Бәйгеселәрҙең сығышын атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың мәҙәниәт бүлеге баш белгесе Михаил Лекарев, район мәҙәниәт йорто йырсыһы Арина Дунович, музыка уҡытыусыһы, мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Ғафаровтарҙан торған жюри баһаланы.
Билдәләнгән көндө видеороликтарҙа тыуған илгә һөйөү, совет һалдаттарының яу яландарында күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡтарын сағылдырған, тыныс, бәхетле тормош тураһында йырҙар яңғыраны. Ойоштороусоларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, конкурсанттар репертуарҙы һайлауға, сәхнә образдары тыуҙырыуға ентекле ҡараған.
Жюри конкурсанттарҙы бер нисә йәш категорияһында баһаланы. 19 һәм унан өлкәнерәктәр йәш категорияһында ике сығыш иң күп балл йыйҙы. Улар - Балтика күп функциялы ауыл клубының «Сябры» белорус халыҡ йырҙары ансамбле һәм Көҙәй ауыл мәҙәниәт йортонан Игорь Преден . Ҡарамалынан Нәзирә Шәрәфетдинова һәм Оло Тәләктән Айһылыу Декамбаева «Йырҙы сағыу башҡарған өсөн» номинацияһында дипломант булдылар. Октябрьский ауылынан Марианна Яковлева «Йырҙы башҡарыуға ижади ҡараш өсөн» номинацияһында бүләккә лайыҡ булды.
Ҡатнашыусыларҙың киң йәш диапазонына ҡарағанда, ваҡыт һынауҙарын үткән һуғыш осоро йырҙары төрлө быуын кешеләре араһында бөгөн дә популяр. Был йырҙар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының үҙенсәлекле йылъяҙмаһы булып тора.
Сирина Фәррәхова.
Иглин районы.