Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ветеранға - бүләк һәм иғтибар

Благовещен ҡала - районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бүләктәр тапшырылды.

"Яңы йыл менән ветеран!" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылған "Берҙәм Рәсәй" партияһы Благовещендағы биш ветеранды иғтибарһыҙ ҙа, бүләкһеҙ ҙә ҡалдырманы.

Ғүмәр ауылында йәшәгән ветеран Шәһиев Тимерйән Вәлмөхәмәт улының йортона "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Илек" бүлексәһе секретары Динар Батыршин килеп, уның менән аралашып, уға килтергән бүләктәрен дә тапшырҙы.
Бар кеше көтөп алған байрамда бер ветеран да онотолманы.


Лира Батыргәрәева.

Читайте нас: