Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Охлебинин ауылында обелиск асылды

Социаль объект Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған

Охлебинин ауылында ойошторолған патриотик сарала Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы Эльвира Айытҡолова һәм 19 ауыл биләмәһе хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.

Социаль объект партияның «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Уны төҙөүгә алты йөҙ мең һумдан ашыу аҡса тотонолған, шуның 390 меңе - республика бюджетынан. Ауыл халҡы ла ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙған.

Охлебинин ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 375 ир-егет ҡатнашҡан. Уларҙың яртыһы һуғыш ҡырҙарында башын һалған. Охлебининдар тыуған ил азатлығы өсөн һәләк булған ауылдаштары, Советтар Союзы Геройы Михаил Анискин менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Сирина Фәррәхова, Иглин районы.

Читайте нас: