Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Февраль 2017, 12:46

Йөҙһәң һыуҙа – булыр файҙа

Йөҙөүҙең организмға файҙаһы хаҡында күп ишеткәнем бар ине лә, тик булған бассейнға йөрөргә әллә ваҡыт, әллә теләк етмәне. Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ бит инде ул, әтәс ҡысҡырғас ҡына ҡыбырлай башлай. Арҡа ауыртыуҙан арығас, бассейнға барырға ҡарар иттем, өҫтәүенә улым да йөҙөргә барайыҡ тип саҡыра.

Йөҙөүҙең организмға файҙаһы хаҡында күп ишеткәнем бар ине лә, тик булған бассейнға йөрөргә әллә ваҡыт, әллә теләк етмәне. Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ бит инде ул, әтәс ҡысҡырғас ҡына ҡыбырлай башлай. Арҡа ауыртыуҙан арығас, бассейнға барырға ҡарар иттем, өҫтәүенә улым да йөҙөргә барайыҡ тип саҡыра.



Бассейнға йөрөү өсөн терапевтан, дерматологтан справкалар алыу мотлаҡ булып сыҡты. Быныһы яҡшы, тимәк, тире сире йоҡторам тип ҡурҡырға түгел. Үҙегеҙ менән килгәндә йөҙөү өсөн башлыҡ, таҫтамал, һабын, йыуғыс, резина аяҡ кейеме килтерегеҙ, тип киҫәттеләр.
Бассейнда ике йөҙөү урыны - балалар һәм өлкәндәр өсөн. Теләгән кеше йөҙөү серҙәрен өйрәнеү өсөн тренерҙан дәрестәр ала, кемдер үҙ аллы ғына йөҙә. Балалар өсөн шәхси һәм төркөм менән дәрестәр үткәрелә.
Әлбиттә, бассейндың үҙ ҡағиҙәләре лә бар. Һыуға төшөр алдынан душта ҡойоноп сығырға, һыуға махсус баш кейемһеҙ кермәҫкә һәм башҡалар. Бассейнға даими йөрөүселәр был ҡағиҙәләрҙе боҙмай.
Бассейнға кереү менән беҙҙе администратор ҡаршы алып, барлыҡ ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Бәләкәй балалар менән тренер шөғөлләнә. Талапсан һәм оҫта уҡытыусының ауыҙына ҡарап ҡына тора улар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һыуҙа үҙеңде тоторға, дөрөҫ итеп тын алырға өйрәтәләр. Һыуҙа үҙҙәрен иркен тотоусы балалар ҙа яйлап өлкәндәр йөҙә торған бассейнға күсә. Йөҙөүҙән тыш, өҫтәмә уңайлыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, массаж яһатырға ла мөмкин, йылы саунала ҡыҙынып сығырға.
«Дельфин” бассейнының тағы бер үҙенсәлеге бар. Бассейнда физик мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Бассейндың ишек тупһаһынан башлана был уңайлыҡтар: пандустар, махсус таянсыҡтар, душ кабинкаларында, сисенеү бүлмәһендә киңәйтелгән ишек уйымдары, ә иң мөһиме һыуға төшөү өсөн ҡоролма. Был ҡоролма ярҙамында хәрәкәттәре сикләнгән кешеләрҙе бассейнға бер төймәгә баҫып ҡына төшөрөп һәм мендереп була. Иглин ра-йоны инвалидтар йәмғиәте рәйесе Руслан Шакиров фекеренсә, бындай ҡорамалдарҙың булыуы физик мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр өсөн яңы киңлектәр аса. Баҡтиһәң, «Дельфин” ише йыһазландырылған бассейндар республикала бармаҡ менән һынарлыҡ ҡына.
- Бассейн эшен башлаған ваҡытта ауырлыҡтар күп булды. Даими ғына йөрөп эшләүсе тренерҙар булманы. Халыҡтың бассейнға йөрөргә теләмәүе лә бәкәлгә һуҡты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, быйыл беҙҙең эштәр ярайһы уҡ яҡшырҙы. Балаларын йөҙөргә өйрәтергә теләүселәр һаны артҡандан арта, үҙҙәренең һаулыҡтарын ҡайғыртып аҙнаһына бер тапҡыр ғына булһа ла, йөҙөргә теләүселәр бар, - ти бассейн директоры Рәүеф Кәлимуллин.
Бөгөн бассейнға көнөнә 80-гә яҡын кеше йөрөй. Шулар араһында инвалидтар һәм күп балалы ғаиләләрҙән түләү алынмай. Күрше Нуриман һәм Өфө ра-йондарынан балалар физкультура дәрестәрен үткәреү өсөн аҙнаһына бер тапҡыр “Дельфин” ға килеп шөғөлләнә. Халыҡ ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн хәҙер күпләп “Дельфин” ға йөрөй. Ҡышҡы каникул көндәрендә лә эшләйәсәк бассейнға ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр балалары, ейәндәре менән килер тип өмөтләнәбеҙ.
Читайте нас: