Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Сентябрь 2018, 14:49

Дим буйына йәштәр йыйылды

Дим буйы йәштәренең тәүге йыйыны үтте.

Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылына арналған, Дим буйы йәштәренең тәүге йыйыны үтте.


Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт йәштәренең берҙәмлеген, үҙ-ара мөнәсәбәтен нығытыу, йәштәр мөхитендә экстремизмға ҡарата профилактик эш алып барыу төп маҡсаты булған йыйында Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зинур Ғайсин тәрбикләү һүҙҙәрен әйтте.

Республикабыҙҙың Диниә назараты рәйесе – мөфтөйҙөң беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов сығышын йәштәр ҙә, ололар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы эргәһендәге йәштәр палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова йәш ғаиләләр менән республикала эшләнгән эштәр тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.

Абруйлы ҡунаҡтар, йәштәр бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп үҙ фекерҙәрен, рәхмәт- теләктәрен еткерҙе. Ул арала өйлә намаҙына ваҡыт етте, намаҙҙан һуң килгән ҡунаҡтар, йыйылған барса халыҡ бергә аҡ тирмәләрҙә самауыр сәйе эсеп, былауҙан ауыҙ итте.

Форум барышында ике бәхәс майҙансығы эшләне. Улар «Бөгөнгө йәштәр һәм заман талаптары», «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт ойошмалары һәм уларҙың йәмғиәттең социаль сәләмәтлегенә тәьҫире» тигән темаларға ҡағылышлы ине.

Рәсәй Үҙәк диниә назараты мосолмандары ойошмаһының имам-ахуны Мәүледин хәҙрәт, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов форумдың эшен хуплап, йәштәргә рух ныҡлығы, иман ҡеүәте теләне.

Ҡатын-ҡыҙҙар майҙансығын яҙыусы, шағирә Дим буйы ҡыҙы Лариса Абдуллина етәкләне.«Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәте етәксеһе Гөлфиә Янбаева башҡорттарҙың Бәндәбикә, Иҫәнбикә, Сәлимә кеүек ҡыйыу, сая ҡатын-ҡыҙҙарын иҫкә төшөрөп үтте.

– Бөгөнгө көндә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ йөҙө, һүҙе барлыҡҡа килде. Асылыбыҙға ҡайта башланыҡ, йәмғиәтебеҙҙе сәләмәтләндереү өҫтөндә күп эштәр башҡараһы бар, ябай ғына эштәрҙе үҙебеҙҙән башлайыҡ: башҡа яулыҡ ябынып йөрөйөк, үҙ телебеҙҙә иҫәнләшәйек. Өйҙә балалар, ейәндәр менән башҡортса һөйләшәйек, йәштәребеҙ тормошо матур йолаларҙан башланһын – туйҙарҙы уларҙың иҫендә ҡалырлыҡ итеп үткәрәйек. Үҙебеҙ уйнап үҫкән башҡорт уйындарын балалар, ейәндәр менән бергәләп уйнайыҡ, йомаҡтар ҡояйыҡ, әкиәттәр һөйләйек. Балаларҙы ғаиләлә тәрбиәләргә кәрәк. Ағинәйҙәр хәрәкәте ауылда бигерәк тә мөһим, ул халыҡ өсөн «күҙ-ҡолаҡ». Йәштәребеҙ беҙгә ҡарағанда ла аҡыллы, белемле. Улар ҡотҡарасаҡ донъяны,уларға киләсәккә өмөт менән ҡарайыҡ! - тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.

Йыйында ҡатнашыусы һәр кеше үҙенә фәһем алды, борсоған һорауҙарына яуап эҙләне, фекерҙәре менән уртаҡлашты. Йәштәрҙе генә түгел, ә оло кешеләрҙе лә уйланырға мәжбүр итте. Абруйлылар йәштәр, халыҡ менән аралашты. Ғаилә, бала, көнкүреш, тел, тарих, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында барҙы әңгәмәләр.

Рәсми өлөштән һуң барыһы ла спорт ярыштарына ашыҡты. Футбол, волейбол, гер күтәреүҙә, ҡул көрәшендә көс һынаштылар. Ғафури районының «Батыр» хәрби-патриотик клубы етәксеһе Илдар Абыҙгилдин янынан кеше өҙөлмәне. Улар уҡтан атыу ярышында ҡатнашты. Ә инде милли көрәш башланғас, майҙанда энә төртөр урын да ҡалманы. Өфө, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән райондарынан йыйылған көрәшселәр майҙанға бер-бер артлы сығып ҡына торҙо!

Байрам баш ҡала, район һәм һәүәҫкәр артистарҙың концерты менән кискә саҡлы дауам итте. Сәхнәнән көн буйы ҡурай моңо өҙөлмәне. Матур байрам ойоштороп, яҡты йөҙ, аш-һыу менән ҡаршы алған Яңы Яппар халҡына һәм 40 өйлө мең ырыуының ҡор башы Филүс Исмәғил улына килгән ҡунаҡтар, ырыуҙаштар рәхмәтен белдерҙе.


Лена БУЛАТОВА,

Шишмә районы.
Читайте нас: