Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Июль 2019, 20:00

Күберәк булһын голдар!

Хоккей уйнарға яратҡан йәш благовещендарға энергетиктар уҙған сезонда уңайлы шарттар булдырҙы

Хоккей уйнарға яратҡан йәш благовещендарға энергетиктар уҙған сезонда уңайлы шарттар булдырҙы. “Башҡорт генерирующая компания“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәкселеге республикала балалар һәм һәүәҫкәр хоккей үҫешенә оло иғтибар бүлде.


Компания корпоратив шәфҡәтлелек программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатынан Благовещендың “Бәләкәй Ирәмәл” хоккей клубына ингән,улар тарафынан шефлыҡҡа алынған ”Метеор” командаһы уйынсылары менән осрашып, уларға бүләктәр тапшырҙы. Команданың кесе һәм оло төркөм ағзаларының күнекмәһе өсөн яңы хоккей майҙансығындағы боҙ бик уңайлы булды. Бында күнекмәләрҙе тулы кимәлдә үткәрергә, уйын оҫталығын үҫтерергә лә мөмкинселек бар ине. Өлкәндәрҙең бындай хәстәрлеге, команданы һәр яҡлап ҡурсалауы спортсыларҙы яңы еңеүҙәргә әйҙәп кенә торҙо. Күптәрҙе көнләштерерлек базаһы булған “Метеор” хоккейсыларына уйындарҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә был тик этәргес көс булды.

Уҙған йыл аҙағында 5–се мәктәп эргәһендәге заманса хоккей майҙансығы янына компания иҫәбенә ҡулайлаштырылған йылы, ике модулле вагон төҙөлгән махсус нигеҙгә ҡуйылды. Бының менән берҙән хоккейсыларға сисенеп - кейенеү өсөн уңайлы шарттар булдырылһа, ә икенсенән уйынға төрлө төбәктәрҙән килгәндәргә лә ҡулай булды. Быларҙан тыш, “Башҡорт генерирующая компания” һы иҫәбенә хоккейсыларға майкалар тегелеп, майҙансыҡтағы боҙ тулыһынса яҡтыртылды. Энергетиктарҙың профсоюз ойошмаһы ла хоккейсыларҙы матди ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Уларҙың төрлө ҡала – райондарҙа уҙған уйындарын, республика беренселегендәге чемпионаттарҙы әүҙем финансланы. Ни тиһәң дә, Өфө янындағы йылылыҡ селтәрендә эшләгән күптәрҙең балалары ла был спорт төрөн үҙ иткән. Благовещенда хоккей уйынының башланғысында торған хоккейсы, команданың әлеге тренеры Олег Пехенько ла ошонда уҡ эшләй.

Тулыраҡ гәзитебеҙҙә таныша алаһығыҙ.
Читайте нас: