Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ноябрь 2019, 16:30

Яңы бассейндар

Нуриман, Өфө һәм тағы бер нисә райондарҙа бассейндар төҙөләсәк

Башҡортостан хөкүмәтендә яңы бассейндар һәм боҙ һырғалаҡтары төҙөү программаһын әҙерләйҙәр. «Төҙөлөш сәғәте»нән һуң Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә 2024 йылға тиклем 16 районда бында бер ҡасан да булмаған бассейндар төҙөләсәген белдерҙе.
«Экономиялау өсөн бассейндан тыш, спорт залын йәки ҡайһы осраҡта ябыҡ һырғалаҡты күҙ уңында тотҡан типовой проекттарҙы файҙаланырбыҙ. Республикала 210 бассейн бар, ләкин был ғына етмәй. Республика буйлап эш сәфәрҙәре барышында кешеләр йөҙә белмәй, сөнки өйрәнергә урын юҡ, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеттем. 21-се быуатта халыҡты цивилизацияның ошо хәйләһеҙ уңайлығы менән тәьмин итә алмауыбыҙ сәйер. Хәлде төҙәтербеҙ».
Бассейндар Архангел, Баҡалы, Благовар, Балаҡатай, Дыуан, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош райондарында, Межгорьела, Бөрөлә һәм Өфөнөң Шакша биҫтәһендә һалынасағы билдәләнде. Бөтә ерҙә лә тиерлек бассейндарҙы 25 метр оҙонлоҡтағы 6-8 юлға төҙөргә хәл ителде.
Мәсәғүттә бассейн да, боҙ һырғалағы ла була. Бөрөлә һәм Кушнаренкола һырғалаҡ төҙөү мәсьәләһе тикшерелә. Был турала «Башинформ» хәбәр итә.
Проектты ғәмәлгә ашырыу 4,44 миллиард һумға тиклем аҡса талап итеүе ихтимал. Шуның яҡынса 1,5 миллиард һумын, төрлө программаларҙа ҡатнашып, федераль бюджеттан алырға мөмкин, тип билдәләне йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Читайте нас: