Благовещен ҡалаһының "Орленок" үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре Башҡортостандың шахмат буйынса федерацияһының башҡарма комитеты директоры Әмир Даукаев, баш ҡала ҡунаҡтары - 11 йәшлек игеҙәктәр Сабина һәм Самат Сабитовтар шахмат уйыны сеансында осрашты.
Өфө чемпионы, классик һәм тиҙ шахмат буйынса Башҡортостан беренселегенең көмөш призеры булған Сабина менән өлкәндәр араһында Башҡортостан беренселеге чемпионы, ирҙәр араһында Башҡортостан ярымфиналы чемпионы, көмөш призер исеменә лайыҡ Самат Благовещенда бер үк ваҡытта 17 шахмат таҡтаһында көсөргәнешле уйын алып барҙы. Беҙҙең ҡаланың йәш шахматсылары иғтибарлы, сыҙамлы, ныҡлы спорт әҙерлекле булған Сабитовтарҙан оҫталыҡ дәрестәрен алды.
Өс сәғәт дауам иткән көсөргәнешле уйындарҙа баш ҡала ҡунаҡтары еңеү яуланы. Благовещен шахматсылары - Роман Мөғәллимов, Сергей Кареньгин, Платон Ширяевтарҙың шахмат таҡталары иң көслөһө тип танылды.
- Улар ҙа беҙҙең кеүек уйнай. Иғтибарлы булғас, хаталары ғына юҡ. Беҙгә лә улар һымаҡ тырышып, етеҙлектә уйнап өйрәнергә кәрәк, - ти Өфө шахматсыларының уйынын оҡшатҡан "Орленок" тәрбиәләнеүселәре.
Үҙҙәренең алдына маҡсат ҡуйған малай - ҡыҙҙар һис шикһеҙ уны үтәп, киләсәктә уңыштарға ирешер.