Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2019, 13:45

Эштә лә, спортта ла һынатмай

Завод етәкселеге - эшсегә иғтибарлы

Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән Благовещен арматура заводы эшселәре хеҙмәтен завод етәкселеге күрә,баһалай белә.
Заводтың идара итеүсе директоры Андрей Елисеев 2019 йылдың 3 - сө кварталында яҡшы күрһәткестәргә лайыҡтарҙы бүләкләне. "Етештереүҙәге хәүефһеҙлек талаптарын үтәү буйынса иң яҡшы подразделение" тип заводтың ҡорамалдар йүнәтеү буйынса цех начальнигы Вячеслав Яппаров, "Яңы етештереү системаһын индереүҙә иң яҡшы тимер - пресслау подразделение"һы тип цех начальнигы Сергей Прокофьев танылды. Тантаналы шарттарҙа цехтарға көнкүреш техникаһын һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырылһа, ә цех эшселәренә аҡсалата премия түләнде.
Заводтың спортсылары ла көслө командаға тупланған. Был юлы ҡатын - ҡыҙҙар командаһы "Старт" спорт комплексында уҙған ҡала фестивалендә ҡатнашып, 6 төр ярыштарҙа тик беренсе урын алды.Ҡала ҡатын - ҡыҙҙарының спорт фестивалендә ҡатнашҡан Вера Луговая, Анастасия Коваленко,Ольга Надеева, Людмила Төхвәтуллиналар шәхси иҫәптә лә,йәш категорияһында ла призлы урындарға сыҡты.
Ҡала - район командалары араһында беренсе урын яулаған Благовещен арматура заводының ҡатын - ҡыҙҙар командаһы район исемен республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Был берҙәм, спорт яратҡан команданан тик лайыҡлы еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ.

Читайте нас: