Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ноябрь 2019, 11:10

Ата-әсәһе Владимир Путинға нимәне тыйған?

Беренсе канал эфирында Рахлинға арнап күрһәтелгән “Тренер” фильмында һөйләне.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ата-әсәһе ҡасандыр улдарының спорт менән шөғөлләнеүенә ҡаршы булған. Ләкин Рәсәй лидерының тәүге тренеры Анатолий Рахлин уларҙың фекерен үҙгәртә алған. Был турала Владимир Владимирович Беренсе канал эфирында Рахлинға арнап күрһәтелгән “Тренер” фильмында һөйләне.
Дәүләт башлығы әйтеүенсә, бер мәл ата-әсәһе, уҡыуға ҡамасаулай тип, уның спорт менән шөғөлләнеүенә ҡырҡа ҡаршы төшкән. “Самбоны улар ниндәйҙер ғәҙәттән тыш спорт төрө тип ҡабул итә ине. “Был бит төптө һуғыш, уның менән шөғөлләнеүҙең һиңә кәрәге юҡ”, тип мине тыйырға тырыштылар”, – тине Президент. Ул шулай уҡ Рахлиндың өйгә килеп, ата-әсәһен инандырыуы тураһында ла һөйләне.
Мәғлүм булыуынса, Анатолий Рахлин – РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, 2013 йылда вафат булған. Путин унда 11 йәштән шөғөлләнгән. 2019 йылда Рахлин етәкселек иткән самбо секцияһына 50 йыл тулды.
Читайте нас: