Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Декабрь 2019, 12:00

Ҡыҙылъярҙың саңғы трассалары

Спорт менән шөғөлләнеүсе апай - ағайҙарҙың һаны арта бара, сөнки кеше һуңғы ваҡытта үҙенең һаулығы тураһында йышыраҡ уйлана башланы

Элегерәк саңғыға баҫҡан өлкән йәштәге кешеләргә нисектер сәйерһенеберәк ҡарай торғайнылар.
​Хәҙер спорт менән шөғөлләнеүсе апай - ағайҙарҙың һаны арта бара, сөнки кеше һуңғы ваҡытта үҙенең һаулығы тураһында йышыраҡ уйлана башланы.
​Район үҙәге халҡының мәнфәғәтен иҫәпкә алып, Ҡыҙылъярҙа өс саңғы трассаһы һалынды.
Спорт стадионы территорияһындағы саңғы юлы өлкәндәргә лә, йәштәргә лә, кескәйҙәргә лә, әҙерлекле спортсыларға ла тәғәйенләнгән. Кистәрен күнекмәләр үткәреү өсөн уңайлы урын, сөнки бында трасса яҡтыртыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
​Ауылдың Йәштәр биҫтәһендәге саңғы юлы әҙерлекле һәм тәжрибәле спортсыларға, йәштәргә һалынған: текә ҡалҡыулыҡтар, соҡорҙар, йырындар аша үтеү өсөн көс тә, сыҙамлылыҡ та талап ителә.
​Аэродром биҫтәһендә тағы ла бер трасса бар, уныһы күберәк өлкән йәштәгеләр һәм ғаилә менән саңғыла йөрөүселәр өсөн уңайлы. Урман эргәһенән генә һалынған был юлды ҡыҙылъярҙар бигерәк тә үҙ итә.
Трассаларҙың барыһында ла тыныс, саф һауа; бында күңел ял итә.
Читайте нас: