Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ғинуар 2020, 13:00

Һыу эсендә – шыршы тирәләй

Иглиндәге "Дельфин" йөҙөү бассейнында "Һыуҙа – шыршы байрамы" тип аталған күңел асыу сараһы үтте

“Дельфин”дағы ғәҙәти булмаған байрамдың ойоштороусылары - район хакимиәтенең йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитеты, мәҙәниәт бүлеге һәм урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты.
Бассейн директоры Рәүеф Кәлимуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы йыл байрамын һыуҙа үткәреү матур традицияға әйләнгән. Өс йыл эсендә был сара иглиндәр араһында популярлашып киткән, ул йыл һайын күберәк йөҙөргә яратыусыларҙы йыйа. Быйыл байрамда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
-Бындай саралар балаларға сәләмәт тормош алып барырға ярҙам итә, йөҙөү спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныу уята, - тип билдәләне үҙ сығышында Р. М. Кәлимуллин.
Фойела уҡ балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен ҡупшы шыршы ҡаршы алды. Ә бассейда байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ысын мөғжизә көтә ине. Тик Яңы йыл байрамын һыу инәһе саҡ ҡына боҙоп ҡуйманы - ул шыршы уйынсыҡтарын йәшергән – байрамдың төп атрибутын биҙәүестәрһеҙ ҡалдырған. Уларҙы ҡайтарып алыу өсөн, Ҡарһылыу балаларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Малайҙар һәм ҡыҙҙар бер тауыштан риза булды. Улар тиҙ генә ике командаға бүленеп, төрлө спорт уйындарында ярышты. Бәйге һыу эсендә барҙы. Шарт буйынса, Ҡарһылыу командаһы еңгән осраҡта ғына, һыу инәһе шыршы уйынсыҡтарын кире ҡайтарырға тейеш . Ҡарһылыуҙың тоғро дуҫтары бик ныҡ тырыштылар һәм һыу инәһе командаһын еңделәр. Биҙәүестәрҙе элгәс, тағы ла күркәмләнде урман һылыуҡайы. Шунан һуң малайҙар һәм ҡыҙҙар бергәләп байрамдың төп ҡунағы Ҡыш бабайҙы саҡырҙылар. Ул өлкәндәрҙе һәм балаларҙы байрам менән ҡотланы, бөтәһенә лә уңышлы яңы йыл теләне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләне, ә йомарт бабай уларға татлы күстәнәстәр, бүләктәр таратты. Шунан һуң балалар бөтәһе бергә һыуҙа шыршы тирәләй әйләнделәр, яңы йыл тураһында йырҙар башҡарҙылар.
Ғәҙәти булмаған яңы йыл байрамы сағыу килеп сыҡты, бөтәһенә лә оҡшаны. Бассейндан сығыусы өлкәндәр һәм балаларҙың йөҙөндәге ҡәнәғәт йылмайыу быға дәлил.
Матур башланғысы булған был йола оҙаҡ йылдар иглиндәрҙе ҡуандырып торор тип ышанғыһы килә.
Читайте нас: