Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Ғинуар 2020, 16:00

Сәләмәт тормош яҡлылар - "Старт"ҡа!

Балаларға ыңғай миҫал булайыҡ

Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте етәкселеге һәр эшсеһен алға, сәләмәт тормошҡа ынтылыусан итеп күрә.
Завод етәкселеге зыянлы тәмәкене, араҡыны ташлап, спорт менән шөғөлләнгән һәр кеше айыҡ баш менән эш итһен, һәр ғаилә матур тормош көтһөн, балалар өлкәндәрҙән ыңғай өлгө алһын тигән маҡсаттарҙы һәр бүлек, цех хужаларының алдына ҡуя. Яңы йылдың тәүге эш аҙнаһынан шишәмбе, кесаҙна көндәрендә "Старт" спорт клубына спорт кәңәшмәләренә рәхим итергә була. Бында спорт кейемендә килгән һәр эшсе күнекмәләр яһай алыу хоҡуғына эйә. Күмәк спорт төрҙәре яҡлы булған завод етәкселеге волейбол, футбол, баскетбол уйындарына өҫтөнлөк бирә.
Читайте нас: