Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль 2020, 16:00

Саңғыны яратҡан хеҙмәткәрҙәр

Саф һауала кәйеф шәп

Өфөләге "Биатлон" спорт комплексына Башҡортостан Республикаһының энергетиктары ҡышҡы спорт уйын төрҙәре буйынса уҙған спартакиадаға йыйылды.
Башҡорт генерирующая, Башҡорт электр селтәрҙәре компанияларының 300 хеҙмәткәре 29 командаға тупланды. Улар араһында Благовещен ҡалаһынан Өфө янындағы йылылыҡ селтәре хеҙмәткәрҙәренең дуҫ, берҙәм командаһы ла бар ине. "Электропрофсоюз" республика комитеты ойошторған спартакиадаға йыйылғандар өс йәш төркөмөнә бүленеп, шәхси, ҡатнаш, ғаилә категорияларында саңғыла ярышты. Етәкселәр быйма кейеп, боҙҙа хоккей уйнаны. Ярыштар көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы.
- Йыл барышында үткәрелгән барса спорт ярыштарында ла теләп ҡатнашабыҙ. Беҙҙең барыбыҙҙы ла сәләмәт йәшәү рәүеше, спортҡа һөйөү, төрлө яҡтан килгән хеҙмәттәштәребеҙ менән аралашыу, берҙәмлек бәйләй, бергә туплай, - тип һөйләне профсоюз комитеты рәйесе Ирина Червякова.
Саңғы менән ныҡлап шөғөлләнгән Розалия Фролова, Нурия Ғәлимова, Фларис Сәйетовтар ҙа спартакиадала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Читайте нас: