Йәйғор
+7 °С
Облачно
Спорт
31 Декабря 2020, 21:00
Райондың Балтика ауылында тыуып үҫкән Светлана Сапожникова өсөн быйылғы йыл бик уңышлы булды.
Май айында ул Европа Чемпионатында ҡатнашып өсөнсө урынға лайыҡ булды. Италияла уҙған ярыш - Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаусы Светлана өсөн беренсе сит ил ярышы. Аяҡтары зыян күргәндән һуң, сая, сыҙам ҡатын ауырлыҡтарға бирешмәй, ә киреһенсә, тормош тәҡдим иткән бөтә мөмкинселектәрҙе лә ҡулланырға тырыша. Фехтование Иглин спортсыһы өсөн яңы йүнәлеш булһа ла, ҡыҙ рапираны ҡулында ныҡ тота. Ул яңынан-яңы уңыштарға ла өмөтләнә.
Читайте нас