Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Июль 2022, 13:20

Шишмә футболсылары – беренсе!

Шишмә районының футбол буйынса командаһы Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Бишбүләк командалары менән район-ара футбол ярышында ҡатнашты.

Шишмә футболсылары – беренсе!
Шишмә футболсылары – беренсе!

Шишмә районының футбол буйынса командаһы Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Бишбүләк командалары менән район-ара футбол ярышында ҡатнашты.

Ҡасабаның Еңеү паркы янындағы футбол яланында уҙған ярышта Шишмәнең сос, үткер, сәләмәт тормош яҡлы футболсылары дүрт команда араһында беренсе урын яуланы. Был көсөргәнешле уйындарҙа бүздәктәр икенсе урын алһа, әлшәйҙәр өсөнсө урынға лайыҡ тип танылды.

Башҡортостанда XXIX Ауыл  уйындарының ярым финалына сыҡҡан шишмәләр, унда район-ара футболсылар данын яҡлау хоҡуғын да алды. Әйткәндәй, “Демография” милли проекты сәләмәт тормош рәүеше алып барғандарға ҙур мөмкинлектәр аса. Милли проекттың “Спорт – тормош нормаһы” йүнәлеше буйынса, физик культура һәм спорт менән системалы рәүештә шөғөлләнгән кешеләрҙең һаны 2024 йылға тиклем 2017 йылдағы 36,8 проценттан 2024 йылға тиклем 55 процентҡа етергә тейеш. Ауыл спортсыларының оҫталығын күтәреү, сәләмәт ял ойоштороу, халыҡ араһында физик культура – спорт эштәрен камиллаштырыуға йүнәлтелгән был уйындарҙа Шишмә футболсыларына уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: