Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Август 2022, 13:46

Башҡортостан данын яҡлаған ҡыҙҙар

ХIII Бөтә Рәсәй йәйге ауыл спорт уйындары сиктәрендә Омск ҡалаһында ҡатын – ҡыҙҙар  командаһы араһында үткән бәләкәй лапта буйынса турнир тамамланды.

Башҡортостан данын яҡлаған ҡыҙҙар
Башҡортостан данын яҡлаған ҡыҙҙар

Унда район спорт мәктәбенең абруйлы тренеры Александр Михайлов етәкләгән команда Башҡортостан Республикаһы данын яҡланы һәм беренсе урынға сыҡты. Тула өлкәһе, Сыуаш, Мари республикалары командаларын еңеп сыҡҡан ҡыҙҙарыбыҙ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Алдағы көндәрҙә лапта уйыны оҫталарын райондың Булгаков ауылындағы «Жемчужина» физкультура-һауыҡтырыу комплексында үтәсәк ХIII Башҡортостан Республикаһының йәйге ауыл спорт уйындары көтә. Рәсәй кимәленән еңеү менән ҡайтҡан ҡыҙҙарҙы тағы ла яңы еңеүҙәр көтөп торһон.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: