Ярыштар «Айыҡ ауыл» республика конкурсы һәм спорт һәм сәләмәтлек декадаһы сиктәрендә үтте. Спорт сараһын ойоштороусылар – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты, башҡорттар ҡоролтайы һәм «Дельфин» бассейны.
Иглин районында йыл һайын яңы йыл каникулдары көндәрендә балалар һәм өлкәндәр өсөн ҡыҙыҡлы саралар уҙғарыла. 5 ғинуарҙа «Дельфин» бассейнында һыуҙа волейбол буйынса турнир үтте. Ярыштар «Айыҡ ауыл»республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, иглин бассейнында аква-волейбол буйынса турнир өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл ете заявка бирелде, әммә һауа шарттары арҡаһында турнирҙа дүрт команда ҡатнашты: икәүһе – Оло Теләктән, Иглин һәм Пушкин ауылдарынан. Пушкиндар – «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабы еңеүселәре.
– Һыуҙа волейбол буйынса ярыштар матур йолаға әүерелде, – тип һөйләне Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, «Дельфин» йөҙөү бассейны директоры Рәүеф Кәлимуллин. – Беҙ райондың ауыл биләмәләре башлыҡтарына ошондай ярыштар үткәреү тураһында мөрәжәғәт менән сыҡтыҡ, улар беҙҙе хупланы.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай ғәҙәти булмаған спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу һуңғы ваҡытта үҫә һәм айыҡ йәшәү рәүеше яҡлылар араһында популярлыҡ яулай.
Һыуҙа ярыштар ҡыҙғандан ҡыҙҙы, һәр команда Ҡыш бабай кубогын яуларға теләне. Волейбол майҙансығына тәүгеләрҙән булып 2021 йылдың фавориттары – ике Оло Теләк командаһы сыҡты. Былтырғы ярыштарҙа еңеүсе Ҡалтыман ауыл советы һәм Иглин ауылы командалары икенсе булып көс һынашты. Бөтә уйынсылар ҙа матур һәм һөҙөмтәле уйын күрһәтте. Дөйөм дуҫтарса мөхит булыуға ҡарамаҫтан, майҙансыҡта сәләмәт ярышыу рухы хөкөм һөрҙө – бер кем дә бирешергә теләмәне.
– Мин волейбол уйнарға яратам, – тип һөйләне Оло Теләк ауыл советы биләмәһенең йәштәр эштәре буйынса белгесе Еатерина Дунина. – Был спорт төрө коллективизм тойғоһо, тәүәккәллек, фекерләү иғтибарын һәм тиҙлеген тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, төп физик сифаттарҙы камиллаштырырға ярҙам итә. Ғәҙәти волейболдан айырмалы булараҡ, аква-турнирҙа рәхәтләнеп һыуҙа йөҙҙөк. Ғөмүмән, беҙ яңы йыл каникулдарында әүҙем ял итәбеҙ. Өсөнсө ғинуарҙан волейбол буйынса күнекмәләр тергеҙелде. Ә Иглинда аква-волейбол буйынса ярыштарға ике команда алып килдек.
Турнир тамамланды, иң көслөләр еңеүгә иреште. Ярыш йомғаҡтары буйынса Ҡыш бабай кубогы Пушкин ауылы командаһына бирелде. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Оло Теләктең 2-се һәм 1-се командалары яуланы. Иглин спортсыларына «Еңеүгә ынтылыш өсөн» призы тапшырылды.
Еңеүселәр һәм призерҙар район хакимиәтенән дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Иң мөһиме, турнирҙа ҡатнашыусылар ыңғай хис-тойғолар һәм яҡшы кәйеф алды.