Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2023, 11:32

Бүләккә лайыҡ һәм еңеүсе Дәүләтбаевтар

"Яңы йыл ғаилә уйындары - 2023" фестивале уҙған ялдарҙа Өфөләге "Динамо" стадионында үтте.

Бүләккә лайыҡ һәм еңеүсе Дәүләтбаевтар
Бүләккә лайыҡ һәм еңеүсе Дәүләтбаевтар

Республиканың 69 төбәгенән ҡатнашҡан ғаиләләр араһында Өфө районы намыҫын Алексеевка ауылынан Дәүләтбаевтар яҡланы. Уларҙың ғаиләһе “Быймалы хоккей” уйынында мәрәйҙәр буйынса еңеүсе тип танылды! Билдәле булыуынса, командалар өс кешенән - башланғыс класс уҡыусыһы һәм уның ата-әсәһенән торҙо. Был уйындың үҙенсәлеге шунда: хоккейсылар конькиҙа түгел, ә быйма кейеп боҙҙа сәкән менән туп һуҡты. Быймалы хоккей уйындары үтә лә сәмле, ҡыҙыу барҙы, Дәүләтбаевтар ғаиләһе уйынды ҡыйыу уйнаны.

Спорт яратҡан, районда үткән төрлө  сараларҙа ла әүҙем, күптәргә өлгө булған Руслан Фәрит улы, Айгөл Роберт ҡыҙы, уларҙың улдары Тамерлан Дәүләтбаевтарҙы еңеүе менән ҡотлап, уларға артабан да  уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: