Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2023, 11:34

Еңеүҙәре менән маҡтаулы

Әүҙем, сәләмәт тормош алып барған Өфө районы халҡы спорт менән шөғөлләнергә ваҡытын йәлләмәй. Башҡортостанда дауам иткән XXX Ауыл уйындарында ла ауыл спортсылары үҙҙәренең оҫталығын күтәреү, етәкселәр сәләмәт ял ойоштороу, халыҡ араһында физик культура – спорт эштәрен камиллаштырыу менән мәшғүл.

Еңеүҙәре менән маҡтаулы
Еңеүҙәре менән маҡтаулы

Авдон ауылында үткән полиатлон буйынса ярыштарҙа республиканың төрлө район-ҡалаларынан 20 артыҡ команда ҡатнашты. Ярыштарҙың программаһына пневматик мылтыҡтан атыу, ирҙәр өсөн турникта артылыу, ҡатын-ҡыҙҙарға кәүҙәне күтәреү, ирекле стилдә саңғыла йөрөү кеүек спорт төрҙәре инде. Быйылғы Ауыл спорт уйындарындағы полиатлон төрөндә Өфө районы спортсылары беренсе урын яуланы. Сослоҡта, етеҙлектә үҙен һынаған Мария Петрова иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтһә, ә Резеда Әмирова уның артса икенсе урынға сыҡты. Ир-егеттәр араһында Руслан Искәндәров, Рәмил Исламов был спорт төрөндә һынатмаһа, ә Рауил Ғәлиев, Данил Шафиҡов иң яҡшылар рәтенә индерелде. 

Республикала ауыл биләмәһе административ үҙәге булған муниципаль райондар араһында Өфө районы  XXX Ауыл спорт уйындарында маҡтаулы беренсе урын яулауға өлгәште. 107 сараларҙағы 22 спорт төрө буйынса ойошторолған ярыштарҙа республиканан әүҙем тормош алып барыусы, физик культураны һөйөүсе 7 мең спортсы ҡатнашты. Шулар араһындағы өфөләр хоккейҙа, саңғыла, полиатлонда, волейболда, мини-футболда, лаптала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Райондың данын яҡлаған команда ағзаларын күтәренке рух, берҙәмлек һәм туғандарса мөнәсәбәттәр бәйләй һәм алдағы еңеүҙәргә әйҙәй.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: