Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль 2023, 12:20

Сәләмәтлек һуҡмағы буйлап

Пушкин ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә скандинавса йөрөү буйынса физкультура-һауыҡтырыу сараһы үтте.

Сәләмәтлек һуҡмағы буйлап
Сәләмәтлек һуҡмағы буйлап

Спорт байрамында ауыл халҡы, район хакимиәте һәм Ҡалтыман ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре, инструкторҙар ҡатнашты.

Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы пушкиндар урындағы клубҡа йыйылды. Шуны ла әйтергә кәрәк, был ауыл кешеләре скандинавса йөрөү менән инде бер нисә йыл мауыға.

Уларҙы ауыл биләмәһе башлығы Флорида Мосейчук, Пушкин ауылы старостаһы Кирилл Ермилов, клуб мөдире Светлана Сәйетғәлиева ҡаршы алды. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Ләйсән Фазлетдинова сәләмләне.

– Ауыл халҡының әүҙемлеге арҡаһында пушкиндар «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңеүгә өлгәште, – тине Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы. – Пушкинда үткәрелгән сараларҙың инициаторы – йәш староста Кирилл Ермилов. Районда ошондай йәштәрҙең булыуы ҡыуандыра.

Флорида Мөхәмәт ҡыҙы һәм Кирилл Ермилов спортсыларға ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте, спорт байрамында яҡшы ял теләне.

Сара алдынан Иглин дауаханаһының дауалау физкультураһы буйынса инструктор-методисы Елена Харитонова инструктаж үткәрҙе, скандинавса йөрөү техникаһы, уның файҙаһы тураһында һөйләне.

– Скандинавса йөрөү – иң ябай һәм һөҙөмтәле спорт төрө, ул махсус йөкләмәләр һәм матди сығымдар талап итмәй, – тине Елена Анатольевна. – Уның менән төрлө йәштәге кешеләр шөғөлләнә ала. Бары тик үҙ темпыңды көйләргә, дөрөҫ тын алырға ғына кәрәк. Тағы ла, скандинав таяҡтарын дөрөс һайларға кәрәк. Уның оҙонлоғон һәр кем үҙе иҫәпләп сығара ала. Бының өсөн спортсы булмаған кешенең буйын 0, 66 коэффициентына ҡабатларға ғына кәрәк.

Белгестән күрһәтмәләр һәм махсус таяҡтар алғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар саф һауаға сыҡты һәм сәләмәтлек һуҡмағы буйлап атланы – Пушкин урамдарынан йөрөнө.

Сарала ҡатнашыусылар өсөн зыянлы ғәҙәттәр тураһында лекция ла ойошторолдо. Иглин үҙәк район дауаханаһының гигиена тәрбиәһе буйынса инструкторы Лариса Красноперова тәмәке тартыуҙың, алкоголдең кеше организмына зыяны хаҡында бәйән итте.

Спорт байрамы сәй эсеү менән тамамланды.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: