Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Февраль 2023, 10:28

Уҡыуҙа алдынғы, спортта билдәле

Мирон Шульгинов Благовещен ҡалаһындағы 5-се мәктәптең 4-се класында уҡый.

Уҡыуҙа алдынғы, спортта билдәле
Уҡыуҙа алдынғы, спортта билдәле

Мирон Шульгинов Благовещен ҡалаһындағы 5-се мәктәптең 4-се класында уҡый. Уҡыуҙан буш ваҡытында ул балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә бокс менән шөғөлләнә. Мирон күп һанлы район һәм республика ярыштары еңеүсеһе һәм призеры.

Уның тренеры Сергей Камбулатов әйтеүенсә, бөгөнгө көндә секцияла 40-тан ашыу ҡыҙ һәм егет шөғөлләнә. Шул иҫәптән, Мирондың да был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныуы көслө. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешер өсөн һәр бокссының мөмкинлеге бар, тәбиғәттән бирелгән һәләте лә ҙур. Бокссыларҙың даими күнекмәләре өсөн бөтә шарттар тыуҙырылһа ла, бына уларҙың кейемдәре генә күптән иҫкергән. 

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы буйынса бокс Федерацияһы йәш спортсыларға бирсәткәләр, шлемдар һәм бинттар тапшырҙы. Бокссыларҙың тағы ла ҙурыраҡ теләк менән шөғөлләнәсәгенә тренер хәҙер ныҡлы ышана.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: