Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Май 2023, 14:09

Район спортсылары еңеп ҡайтты

Көслө конкуренцияға ҡарамаҫтан, Өфө районының спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы.

Район спортсылары еңеп ҡайтты
Район спортсылары еңеп ҡайтты

Өфө районы спортсылары «Рәсәй йәшлеге» бөтә Рәсәй ярыштарында һәм ГТФ тхэквондоһы буйынса Рәсәй Кубогында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

2 майҙан 8 майға тиклем Һамар ҡалаһында үткән ярыштарҙа Рәсәй Федерацияһының 57 субъектынан 1730 спортсы ҡатнашты. Көслө конкуренцияға ҡарамаҫтан, Өфө районының спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы.

Беренсе урынды Регина Ғәлиева һәм Ольга Чеботарева, икенсе урынды Лиана Ғәликәева, өсөнсө урынды Ибраһим Фәттәхов һәм Тимур Богданов яуланы. Шулай уҡ беҙҙең спортсылар Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында 1-се урын алды.

Спортсыларҙы һәм уларҙың тренеры Ким Черныховты уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ һәм яңы спорт еңеүҙәре теләйбеҙ!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: