Өфө районы Авдон ауылының «Атлетик» футбол клубы - "Мегаволга" бөтә Рәсәй турниры еңеүселәре иҫәбенә инеүе менән маҡтаулы.
Авдон коллективы йыл һайын “Мегаволга” бөтә Рәсәй турнирында ҡатнаша. Быйыл Һамарға Бөтә Рәсәйҙән 120 команда килде. Ярыштың бөтә этаптарын команда башҡалар араһында лайыҡлы үтте һәм улар араһында еңеү яуланы.
Финал матчында Авдондың “Атлетик” командаһы Һамарҙан “Премиум" командаһын еңде. Матчтың төп ваҡыты 1:1тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Хәл иткес пенальти серияһында беҙҙең команда 7:6 иҫәбе менән еңеүҙе тартып алды.
Авдондың “Атлетик" футбол командаһы турнир чемпиондары исемен яуланы. Бынан тыш, "Атлетик” уйынсылары иҫтәлекле шәхси наградалар менән бүләкләнде. Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип Фидан Низаметдинов танылды. Иң яҡшы ҡапҡасыһы исемен Илшат Хәкимуллин алһа, ә команданың иң ҡиммәтле уйынсыһы исемен Искәндәр Әхмәҙиев яуланы.
Лайыҡлы еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!Маладистар!