Йәйғор
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Июль 2023, 14:35

Педагогик хеҙмәткәрҙәре командаларының беренсе республика туристик слетының финалы үтте

Зона этабында бер нисә ярышты үтеп, Башҡортостан Республикаһының 14 командаһы финалға сыҡты. Финалсылар иҫәбендә Благовещен районы педагогтары командаһы ла бар ине. Район намыҫын яҡлаған һигеҙ ҡатнашыусынан торған командаға 1-се гимназияның география уҡытыусыһы Елена Баранова, 1-се гимназия, 2-се, райондың Бедеева Поляна, Николаевка  мәктәптәренең физик культура уҡытыусылары Антон Леонтьев, Алена Исламғолова, Рәзилә Ғәйбәҙуллина, Вячеслав Чикишев, Александр Ежов, ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Игорь Жданов, 6-сы балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы Ольга Климовалар инде.

Педагогик хеҙмәткәрҙәре командаларының беренсе республика туристик слетының финалы үтте
Педагогик хеҙмәткәрҙәре командаларының беренсе республика туристик слетының финалы үтте

 Туймазы районының Ҡандракүл буйында Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары педагогик хеҙмәткәрҙәре командаларының беренсе республика туристик слетының финалы үтте. Был мәртәбәле сара Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылына арналды.

Зона этабында бер нисә ярышты үтеп, Башҡортостан Республикаһының 14 командаһы финалға сыҡты. Финалсылар иҫәбендә Благовещен районы педагогтары командаһы ла бар ине. Район намыҫын яҡлаған һигеҙ ҡатнашыусынан торған командаға 1-се гимназияның география уҡытыусыһы Елена Баранова, 1-се гимназия, 2-се, райондың Бедеева Поляна, Николаевка  мәктәптәренең физик культура уҡытыусылары Антон Леонтьев, Алена Исламғолова, Рәзилә Ғәйбәҙуллина, Вячеслав Чикишев, Александр Ежов, ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Игорь Жданов, 6-сы балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы Ольга Климовалар инде.

 Өс көн дауамында беҙҙең район командаһы биш конкурс һынауҙарында үҙенең көсөн, оҫталығын һәм аҡыллылығын лайыҡлы күрһәтте. Улар команданың визиткаһын тәҡдим иткәндә, спорт ориентирлашыуы, туристик ҡаршылыҡтар һыҙаты үткәндә, туристик йыр конкурсында, туристик көнкүрештә ҡатнашҡанда ла һынатманы.

"Был саранан күңелдә шәп тәьҫораттар ҡалды, төрлө төбәктәрҙән йыйылған хеҙмәттәштәребеҙ менән аралашыу бик күңелле булды. Беҙ бар көсөбөҙҙө туплап ныҡ тырыштыҡ, – тип уртаҡлашты Ольга Климова. - Һине тәбиғәт, саф һауа уратып алған, һин матур кешеләр араһында күңелле ял итәһең... Яҡшы кәйеф өсөн тағы нимә кәрәк? Турслет атмосфераһы ла беҙҙең берҙәмлектән һәр саҡ зарядланып торҙо. Һәм һауа торошо менән дә беҙгә бәхет йылмайҙы! Йөрәк түренән урын алған хис-тойғолар, дәрт һәм тәьҫораттар унда оҙаҡҡа ҡаласаҡ!»

         Слет йомғаҡтары буйынса Благовещен командаһы өс призлы команда урыны яулауға өлгәште.Улар конкурс программаһында, визитка һәм туристик йыр өсөн  өс 3-сө урынға сыҡты.

"Ауыр, әммә, еңеү мөмкин, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Игорь Жданов. Барыһы ла юғары кимәлдә булды.

«Ориентирлашыу» дистанцияһындағы шәхси иҫәптә Рәзилә Ғәйбәҙуллина 3-сө урын алды. Дөйөм команда иҫәбендә беҙҙең команда биш финалсы рәтенә сыҡты. 

“Слет дауамында ғәжәп әүҙем мөхит һәм матур кәйеф һаҡланып ҡалды, – ти Рәзилә Фәнүр ҡыҙы. Командалар ғәҙәттән тыш көслө энергия һәм атмосфера менән зарядланды, был ваҡытлыса көндәлек проблемаларҙан ҡотолорға, үҙҙәренең спорт һәм ижади һәләттәрен асырға мөмкинлек бирҙе. Саф һауа, физик күнегеүҙәр, психологик бушатыу – ул һәр кемгә, һәр ваҡыт һәм теләһә ниндәй күләмдә файҙалы нәмә.” 

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда икенсе йыл «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектының «Мәктәп туризмы» программаһы тормошҡа ашырыла, уның ярҙамында быйыл йәй республиканың 5-9 класс уҡыусыларының 15 меңдән ашыуы бушлай сәйәхәткә сығып, тыуған еребеҙҙең гүзәллегенә һоҡланасаҡ. 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: