Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Сентябрь 2023, 16:37

Алда яңы бейеклектәр

Өфө районының спорт мәктәбе уҡыусылары донъяның 26 иленән һәм Рәсәйҙең 42 субъектынан 7100 кеше менән берлектә IX Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашты. Был марафон сиктәрендә балалар ярыштары, өлкән йәштәгеләр араһында дистанциялар үтте.

Алда яңы бейеклектәр
Алда яңы бейеклектәр

Район тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Мәҫәлән, Матвей Тихонов 12-13 йәшлек малайҙар араһында 5 км дистанцияла икенсе булып финишҡа сыҡты. Биатлон менән шөғөлләнгән Елизавета Живанюк та марафонда көмөш призер исемен яуланы. Саңғы ярыштары һәм ачери-биатлон буйынса спортсы Александра Байболдина ҡатын-ҡыҙҙар араһында 21 км дистанцияла бронза миҙал алды. Бынан тыш, сарала һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар, шулай уҡ Жуков ауылының йәш триатлеттары ҡатнашты.

Спортсыларҙы ҡотлайбыҙ! Яңы бейеклектәр һәм асыштар теләйбеҙ!

Алда яңы бейеклектәр
Алда яңы бейеклектәр
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: