Йәйғор
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Сентябрь 2023, 16:15

Спорт юлын бала саҡтан һайлаған

Йәш тренер Артем Будник Иглин йәштәрен футбол уйнарға өйрәтә.

Спорт юлын бала саҡтан һайлаған
Спорт юлын бала саҡтан һайлаған

Артем Будник бер йылдан ашыу Иглиндағы «Алпамыша» йәшәтәр үҙәгендә эшләй. Ойошма эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе – сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты популярлаштырыу.

Йәш тренер йәштәре футбол уйнарға өйрәтә. Спорт юлын Иглиндың Д. С. Тикеев исемендәге 4-се мәктәптең беренсе класында уҡығанда башлай. Атаһы уны грек-рим көрәше секцияһына йөрөтә. Унан тыш, ҡышҡы ваҡытта малай хоккей менән мауыға, йәйгеһен, футбол уйнай.

Мәктәптә физкультура Артемдың иң яратҡан предметтарының береһе була. Егет спорттың бер нисә төрө буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Туғыҙынсы синыфҡа тиклем ул мини-футбол менән мауыға, урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә күнекмәләргә йөрөй. Мәктәптең 10-11 кластарында ҡатнаш көрәш менән шөғөлләнә.

– Атайым спорт менән етди шөғөлләнеүемде теләне һәм һәр ваҡыт уның бала сағында спорт менән шөғөлләнеү өсөн бындай шарттар һәм мөмкинлектәр булмауын иҫкә төшөрҙө, – ти Артем. – Атай менән йыш ҡына «Өфө-Арена»ға Салауат Юлаевтың ярышташтарын ҡарарға барҙыҡ. Шулай итеп ул мине спортҡа ғашиҡ итте, һуңынан был мауығыу һөнәр һайлауға ла йоғонто яһаны.

Мәктәптән һуң Артем М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура һәм кеше һаулығы институтына уҡырға инә.

Студент йылдарында ла Артем спортты ташламай. БДПУ-ның 1, 2 курстарында тренер Алексей Яценко етәкселегендә ҡатнаш көрәш менән шөғөлләнә. Спортсы ике тапҡыр Башҡортостан чемпионатында, бер тапҡыр Рәсәй асыҡ чемпионатында еңеүсе була.

Артем Будниктың ике төркөмө бар, кесеһендә 12 йәштән 16 йәшкә тиклемге 15 тәрбиәләнеүсе, өлкәнендә 16 йәштән өлкән 20 кеше шөғөлләнә. Ҡышҡы ваҡытта күнекмәләр спорт комплексының спорт залында, ә йәйгеһен саф һауала үтә.

Артемдың тәрбиәләнеүселәре яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәҫәлән, быйыл февралдә Иглиндың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында үткән мини-футбол буйынса район беренселегендә «POWER RANGERS» командаһы 1-се урын яуланы.

Бынан тыш, спортсылар республика йәйге ауыл спорт уйындары сиктәрендә район намыҫын яҡланы.

– Артем Будник – иғтибарлы, талапсан тренер, – ти уның тураһында тәрбиәләнеүселәре һәм коллегалары. – Ул яратҡан эшенә бөтә көсөн һала. Үҙенең хеҙмәте менән тренер ата-әсәләр һәм балаларҙың хөрмәтен яуланы. Уның маҡсаты – күберәк балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, спортҡа һөйөү тәрбиәләү, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү, Иглин районында футболды популярлаштырыу.

Ә тренерҙың киләсәккә пландары ябай: күнекмәләр үткәреү, ярыштарҙа ҡатнашыу һәм еңеү. Шулай уҡ ул белем кимәлен күтәрергә теләй, хәҙер егет магистратураға уҡырға инергә әҙерләнә.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: